Ейәнсуралар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Урындағы башланғыстар үҙидараға һәм халыҡсанлыҡҡа нигеҙләнгән. Унда һәр кем үҙ идеяларын белдереү, проекттар тәҡдим итеү, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Ейәнсурала урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы үтәлешен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы - билдәле бер биләмәлә йәшәүселәр тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ҡарар ҡабул итеү һәм проект тәҡдимен индереүҙә Түбәнге Һарыбил ауылында йәшәүселәр ҙә быйыл әүҙем ҡатнаша. Халыҡ Түбәнге Һарыбилдә зыяратты тәртипкә килтереп, изге эш атҡарасаҡ.

Әбүләис ауыл биләмәһенең Малиновка ауылында йәшәүселәр ҙә ҡәҙерле һәм изге кешеләре ерләнгән ауыл зыяраты кәртәһен яңыртыу тәҡдимен индергән. Инициатив төркөмгә әүҙем һәм эшлекле кешеләр тупланған. Улар алдында Малиновканан сығыусыларҙы изге эшкә берләштереп, зыярат кәртәләүгә иғәнә йыйыу бурысы тора.

Ейәнсура районының Һаҡмар ауыл советы биләмәһендә лә урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла. Арсенда балалар майҙансығы, хоккей корбкаһы ҡоролған, МТЗ тракторы алынған, Арсен, Назар ауыл мәҙәниәт йорттары ремонтланған. Быйыл иһә халыҡ бер төптән зыяратты тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәргән.

214 кеше йәшәгән Мәзит ауылында мәҙәниәт усағы 1993-сө йылда төҙөлгән. Әммә йылдар үтеү менән бина туҙған. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә тамаша залында тулыһынса капиталь ремонт үткәреләсәк, стеналар йылытыласаҡ, торбалар, иҙән, түшәм яңыртыласаҡ.

Үргендә ауыл мәҙәниәт йорто 1970-се йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырылған.Тамаша залы ярты быуаттан ашыу ваҡыт үткәндән һуң иҫкергән. Үргендәр мәҙәниәт усағында иҙәндәрҙе, түшәмде алмаштырыу, сәхнә шаршауҙарын һәм ултырғыстарҙы яңыртыу маҡсатын ҡуя.

Урындағы башланғыстарҙы айырым граждандар ҙа, дөйөм мәнфәғәттәр йәки маҡсаттар менән берләшкән кешеләр төркөмдәре лә башлап ебәрә ала. Улар конкрет проблемаларҙы хәл итеүгә йәки урындағы йәмғиәттә билдәле бер тормош өлкәһен үҫтереүгә йүнәлтелергә мөмкин.

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында быйыл Ейәнсура районынан 15 ауыл ҡатнаша. Башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә юлдар, зыяраттар тәртипкә килтерелә, һыу селтәрҙәре алмаштырыла, спорт майҙансыҡтары төҙөлә, социаль обьекттар төҙөкләндерелә. Халыҡ тәҡдиме менән йәшәү кимәле яҡшыра.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ