Республика йәмәғәтселеге бөгөн күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновты иҫкә алды. Шәхестең 165 йыллығына арналған сара Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында түңәрәк өҫтәл форматында үтте. XIX - XX быуат әҙәбиәте һәм мәҙәниәт тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес тураһында фекер алышыуҙа ғалим, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фекер алышыу төрлө ҡанатлы һүҙҙәр менән үрелеп барҙы. Ризаитдин Фәхретдиновтың ваҡытында әйтелгән өгөт-нәсихәттәре әлегәсә халыҡ араһында йәшәүен күҙаллай. Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү мәғрифәтсе-ғалимдың башҡорт тарихы менән бергә, төрки халыҡтары араһында ла яҡты эҙ ҡалдырған шәхес. Шуға ла фекер алышыу ҙа донъяуи шарттарға ҡоролдо.
Сара барышында Риза Фәхретдиндың тәүгеләрҙән булып Хөсәйенбәк кәшәнәһен өйрәнеүсе ғалим булыуы телгә алынды. Шулай уҡ әҙәбиәтсе-ғалимдар мәғрифәтсенең ҡайһы бер әҫәрҙәренә айырым туҡталып, уның художество үҙенсәлеген тикшерҙе. Сәхнәләштереү тематикаһы күтәрелде.
Риза Фәхретдиндың эштәре эҙмә-эҙлекле өйрәнелә. Әйтергә кәрәк, Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәге архивында ғына мәғрифәтсе-ғалимдың 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар коллекцияһы тупланған. Был ҡомартҡылар - рухи мәҙәниәтебеҙ тарихының ҡиммәтле сығанағы ла тиелде фекер алышыуҙа.
Ризаитдин Фәхретдиновты төрки халыҡтарын берләштереүсе ғалим. Башҡортостанда күренекле шәхестең исемен мәңгеләштереү, хеҙмәттәрен яңыртып нәшер итеү кәрәклеге лә телгә алынды.
Азат Ғәлиуллин



