Һеңлеһен көсләүҙә һәм үлтереүҙә ғәйепләнгән 21 йәшлек Сергей енәйәт ваҡытында үҙ аңында булған тип танылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр октябрҙә ул һеңлеһен көсләй һәм быуып үлтерә. Енәйәттә ғәйепләнеүсе артабан ҡыҙҙың кәүҙәһен оҙаҡ ваҡыт әсәһенең автомобилендә ҡала буйлап йөрөтә.
«Паутина» фотовидеотеркәү системаһы кадрҙары буйынса ул төндә машина руле артында Сергейҙың ултырыуы асыҡлана. Ул бөтә дәлилдәрҙән ҡотолоу өсөн урын эҙләй, әммә таба алмай. Икенсе көндө полиция хеҙмәткәрҙәре егетте күршеләге күп ҡатлы йорттарҙың береһенең ҡыйығы эсендә ҡулға ала. Был эш буйынса экспертизалар комплексы тәғәйенләнгән. Тикшереү тамамланғандан һуң материалдар судҡа тапшырыласаҡ.



