Баймаҡ ҡалаһында дин әһелдәре волейболда көслөләрҙе асыҡланы

Ярышта Сибай ҡалаһы, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет районы командалары Урал аръяғы ахуны кубогы өсөн көс һынашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.

Урал аръяғы райондарының мосолмандары араһында волейбол ярышы тәүге тапҡыр үтте. Спорт саранының төп маҡсаты - танышыу, аралашыу, дуҫлашыу һәм һаулыҡты нығытыу. Йыйылма командаларға физик һәм рухи яҡтан ныҡ, көслө уйынсылар тупланған.

Ярышта ҡатнашыусылар йөкмәткеле вәғәздәр тыңланы, бергәләп йәмәғәт намаҙҙары уҡыны. “Нәсихәт” мәсетендә улар өсөн төшкө аш ойошторолдо.

Мосолман ҡәрҙәштәр сәләмәт тормош ҡына алып бармай, физик яҡтан да әүҙемлек күрһәтә. Көн дауамында һуҙылған ярыш һөҙөмтәләре буйынса Урал аръяғы ахунлыҡ кубогына Баймаҡ районының йыйылма командаһы лайыҡ булды. Әбйәлилдәр - икенсе, белореттар -өсөнсө урынға сыҡты. Ярышта ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ