Яңы йылды хәрбиҙәр яҡындары һәм ғаиләләре менән ҡаршылаған. Байрам каникулын өйҙә уҙғарыу үҙе бер ғүмер , ти улар. Туғандарға ҡунаҡҡа йөрөү, туғандар менән осрашыу һәм байрам кәйефе. Уның ҡарауы, йыйылып киткән документ эштәрен теүәлләү тотҡарланған. Шуға ла отаусктың һуңғы көндәрен, рәсми вдеомстволар эш башлаған мәлдә көсөргәнешле осор булды, ти яугирҙар.
Өфө-Арена боҙ һарайына яугирҙарҙы оҙатырға туғандары, рәсми вәкилдәр йыйылды. Һалдаттар махсус хәрби операцияһы биләмәһенә Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторолған транспорт менән бара. Автобустар мобилизацияланғандарҙы хеҙмәт итеү урындарына тиклем алып барып етәсәк. Башҡортостанда ҡалыусы туғандарығыҙ өсөн дә борсолаһы түгел, тип оҙатты яугирҙарҙы рәсми вәкилдәр.






