Ейәнсура районынан Бәзиха Усманова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй

Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан йөҙйәшәр Бәзиха Усманова махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ойоҡбаштар бәйләй. Оло тормош юлы үткән хеҙмәт ветераны менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Бәзиха Бикмырҙа ҡыҙын яҡташтары ауыл ҡото, төбәгебеҙ ырыҫы, тип атай. Үтә баҫалҡы, кешелекле ағинәй үҙенең уңғанлығы менән хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтмай.

Бөтә ауырлыҡ- кәбән ҡойоу, утын хәстәрләү уның кескәй индәренә төшә. 5 йәшенән ҡулынан бәйләмен төшөрмәй.Йөҙйәшәр бөгөн дә әсәһенән өйрәнгән ҡул эшен ташламай. Махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ойоҡбаштар бәйләй

Бәзиха менән Миңлеғәле Усмановтар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Ҡартлыҡ көнөндә ағинәй ҡыҙы Миңйыһан тәрбиәһендә ғүмер итә .Ҡыҙы күптән хаҡлы ялда булһа ла тик тормай, әсәһенә бәйләм бәйләр өсөн һарыҡ йөнөн дә, кәзә дебетен дә иләшә.

Был ойоҡбаштарға Бәзиха Бикмырҙа ҡыҙының йөрәк йылыһы, күҙ нурҙары һалынған. Бар күңелен биреп бәйләнгән ойоҡбаштар тиҙҙән махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға тапшырыласаҡ.

Ошо ҡотло нигеҙҙә йәшәүсе әсәле-ҡыҙлы ханымдар булмышы йөрәктәрҙе уятырлыҡ, намыҫтарҙы ҡуҙғатырлыҡ көс-ҡөҙрәткә эйә. Оҫта ҡулдары менән ғүмер йомғағын һүтеүсе ханымдар ил-еребеҙгә тыныслыҡ, алғы һыҙыҡтағы ир - егеттәрҙең тыуған яҡҡа иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләп ҡала.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ