Әбйәлилдәр байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү юлын тапҡан

Хәүефһеҙ каникул. Әбйәлилдәр байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ, имен үткәреү юлын тапҡан. Һуңғы йылдарҙа районда оҙайлы ялдар, байрамдар алдынан махсус эш планы раҫлана. Уға ярашлы штаб төҙөлә, ҡыҙыу телефон линияһы ойошторола, һәр ауыл хакимиәтендә эскән, проблемалы ғаиләләр яуаплы кешеләргә беркетелә, янғынды кисектереү маҡсатында йорттарҙа электр үткәргестәре, мейестәр яңыртыла. Биш йыл дауамында алып барылған эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Вадим Абдуллин Моталовтарҙың йортона көн һайын килеп урай, ял, байрам ваҡытында иртән дә, кис тә килеп әйләнә. Сөнки Амангилде ауылы биләмәһендә остазлыҡ тәжрибәһе индерелгән. Йәғни, эскән, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләр яуаплы кешеләргә беркетелгән. Ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән Вадим Рәфҡәт улы үҙе Ҡаҙмаш ауылынан Моталовтар ғаиләһе өсөн яуаплы. Илнур Моталов мәктәптә уҡыған улы менән йәшәй. Яңы йыл алдынан уларҙың өйөндә электр үткәргестәре лә яңыртылған.

Амангилде ауыл биләмәһендә күҙәтеү-тәрбиә эшенә дин әһелдәре лә йәлеп ителгән. Улар насар юлға баҫҡан, эскелек тоҙағына эләккән ғаиләләргә аңлатыу эштәре алып бара, иман юлына баҫырға өндәй. Ауыл мәсете мәзине Ғабдрахман Әбүбәкиров фекеренсә, тик ҡаты бәрелергә, тотҡан ерҙән һындырырға ярамай. Ипләп кенә төшөндөрөргә кәрәк. Мәҫәлән, Рысҡужа ауылында йәшәгән ишле ғаиләнең балалары мәсеткә йөрөй башлаған. Хакимиәт уларҙың йортонда ла электр линияларын, ҡоролмаларын яңыртҡан, киләсәктә торлаҡты киңәйтеү мөмкинлектәре барлана. Иғтибар, хәстәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Остазлыҡ тәжрибәһе Әбйәлил районының һәр ауыл биләмәһендә ҡулланыла. Хәүеф тыуҙырған ғаиләләр хакимиәт башлығына, дин әһелдәренә генә түгел, депутаттарға, уҡытыусыларға, ағинәйҙәргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә беркетелә. Тупаҡ ауылы фельдшеры Әнүзә Хөбөтдинова үҙ ҡарамағындағы ғаиләләрҙе дауалап ҡына ҡалмай, бар яҡлап ҡурсалай.

Әлбиттә, йәмәғәтселәрҙең өгөт-нәсихәтен инҡар иткән, эскелек һаҙлығынан сығырға теләмәгән категория ла бар. Яңы йыл һымаҡ оҙайлы каникул мәлендә уларҙы дауаханаға һалыу тәжрибәһе ҡулланыла. Сөнки тап эскән кешеләр үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, янғын сығыуға сәбәпсе була, йәки үҙҙәре туңып үлә. Ошо маҡсатта байрам алдынан наркология бүлексәһендәге койкалар һаны арттырыла, быйыл ул 19-ҙан 30-ға күбәйтелгән. Ғаиләлә балалар булған осраҡта улар ҙа дауаланыу курсы үтә йәки лагерҙа ял итә.

Эскән кешеләргә яуаплы кешеләр беркетеү, янғын хәүефе тыуҙырған йорттарҙа электр үткәргестәрен, мейестәрҙе алмаштырыу, аңлатыу эштәре. Бынан тыш, оҙайлы байрам осоронда районда хакимиәт башлығы рәйеслегендә штаб ойошторола, ҡыҙыу телефон линияһы асыла, һәр ауыл биләмәһенә райондан яуаплы белгестәр тәғәйенләнә. Әбйәлилдең хакимиәт башлығы Илдар Нафиҡов белдереүенсә, ҡатмарлы проблемалар уртаға һалып тикшерелә, хәл ителә. Был эштә актив ҡына түгел, эшҡыуарҙар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, улар электр тауарҙары, ҡаҙанлыҡ, мейес йәки башҡа кәрәк-яраҡ алыуҙы финанслай. Ә эште Дәүләт стандарттары талаптары буйынса махсус бригада башҡара.

Кеше ғүмерен ҡыйыу, янғын, уғрылыҡ, туңып үлеү кеүек бәлә-ҡазалар, енәйәттәрҙең төп сәбәбе булып эскелек, аҙғынлыҡ тора. Әбйәлил районы ошо кире күренешкә ҡаршы үҙ көрәш алымын булдырған. Эш тәжрибәһе комплекслы сараларҙы һәм берҙәм эшмәкәрлекте үҙ эсенә ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙенсәлекле эш алымын башҡа райондарға ла таратыу бурысын ҡуйҙы.

Әбйәлилдә быйыл яңы йыл сағыштырмаса тыныс һәм имен шарттарҙа үткән. Был 5 йыл дауамындағы тырышлыҡтың сағылышы.

Эҙмә- эҙлекле эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә. 2019 йылда Әбйәлил районында иҫәптә 575 проблемалы ғаилә торһа, әле уларҙың һаны 454-кә тиклем кәмегән. Шул уҡ ваҡытта байрамдар осоронда янғын сығыу, туңып үлеү осраҡтары ла әҙәйгән. Әммә белгестәр әйтеүенсә, уяулыкты юғалтырға ярамай, эште тағы ла камиллаштырыу мотлаҡ.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ