Башҡорт дәүләт медицина университетында «Асыҡ ишектәр» көнө уҙҙы

Сарала мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары университетҡа ҡабул итеү, белем алыу шарттары менән танышты. Медицина университеты бөгөн республикала табиптарҙы һәм провизорҙарҙы әҙерләгән төп уҡыу йорто. Учреждение Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингтарында йыл һайын юғары урындар биләй. Вузда 14 меңгә яҡын студент белем ала. Йәштәр 57 яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә килеп уҡый. 18 ғилми мәктәп эшләй. Уларҙа биология, фармация, робототехника һәм башҡа тармаҡтар менән берләштерелгән тиҫтәләрсә йүнәлештә белем бирелә.

Университет Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә юғары технологиялы проекттарҙы, «Өҫтөнлөк-2030» программаһы грантын ғәмәлгә ашыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ