Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның ижады тотош ил кимәлендә билдәле. Мәҙәниәт өлкәһе үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән шәхес бөгөн дә илһамланып ижад итә. Күркәм юбилейы уңайынан Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Сәүиә Сираеваның бенефисы үтә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Сәүиә Сираеваның сәхнәгә сығырға әҙерләнә. Театр һәм кино артисы өсөн ул бер ни түгел. Етмәһә, бөгөн ул яратҡан ролдәренең береһен уйнай. Үҙен драматургияның төрлө жанрҙарында һынап ҡараған замандашыбыҙ бигерәк тә комедия әҫәрҙәрен үҙ итә.
Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы киң диапазонлы актриса. Тиҫтәләрсә ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырыусы талант эйәһе. Комедияларҙа ла, драма, трагедияларҙа ла берҙәй уңышлы уйнап, иҫтә ҡалырлыҡ ролдәре менән һоҡландыра. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән ул тик сәхнәлә генә йәшәй, ә тормошта башҡаса.
Сәүиә Сираева ғаиләлә ун икенсе, кинйә бала. Һуғыш осороноң ауыр һынауҙарын күреп сынығып үҫә. Ул ғәжәйеп яҙмышлы, киң масштаблы, ысын халыҡ һөйөүен яулаған актриса. Хаҡлы рәүештә республиканың байлығы булып тора.
Оло юбилейын ҡаршылаған актриса бөгөн дә илһамланып ижад итә. Өфө «Нур» татар дәүләт театры репертуарындағы спектаклдәр менән бергә, 16 февраль үтәсәк ижад кисәһенә лә әҙерләнә. Әммә сәхнә оҫтаһына лайыҡлы тормош юлына байҡау яһауҙан бигерәк, яратҡан тамашасыһы менән иҫтәлекле осрашыу ҡәҙерлерәк.
Азат Ғәлиуллин



