Йәүҙәт Ғиләжевтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Былтыр майҙа уға 99 йәш тулғайны. Кушнаренко районында тыуған яҡташыбыҙ учебканан һуң десантсылар отрядына эләгә. Артабан Карелия фронты составында Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Фронтовик 1945 йылдың 5 майында тыуған яғына ҡайта. Һуңынан оҙаҡ йылдар колхозда бригадир, ферма мөдире булып эшләй. Йәүҙәт Ғиләжев бер нисә тапҡыр ауыл һәм район советы депутаты итеп һайлана. Йәүҙәт Фазылбәк улы Кушнаренко районы Ҡыҙылкүпер ауылы зыяратында ерләнде.






