Гранттар иҫәбе һәм йәлеп ителгән сумма буйынса Башҡортостан алдынғы биш төбәк иҫәбенә инде

2024 йылдағы беренсе президент гранттары фонды конкурсында Башҡортостан проекттары 65,8 миллион һум отто. Республиканан 46 башланғыс хуплау тапты. Гранттар иҫәбе һәм йәлеп ителгән сумма буйынса беҙ алдынғы биш төбәк иҫәбенә индек. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы.

Конкурсҡа Сергей Кириенко рәйеслегендәге президент гранттары фондының координация комитеты ултырышында йомғаҡ яһалды. Бында социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар өсөн төбәк гранттар конкурстарын берлектә финанслауға ғаризалар ҙа ҡаралды.

Башҡортостан быйыл 90 миллион һум самаһы аласаҡ. Был Рәсәй субъекттары араһында иң ҙур сумма. 2021 йылдан алып республика ошо маҡсатҡа бөтәһе 365 миллион һум йәлеп иткән. «Быйыл да коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам итәсәкбеҙ. Гранттарға 280 миллион һум бүлеү планлаштырылған - былтырғыға ҡарағанда, 60 миллионға күберәк», тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ