Өфөлә Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асыла

Был турала Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Медицина үҙәгендә 17 ғинуарҙан тәүге операциялар үткәрелә башлай. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә шулай уҡ пилотһыҙ аппараттарҙы етештереү, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, солоҡсолоҡто үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостан предприятиелары 2023 йылда меңдән ашыу пилотһыҙ аппарат йыйған. Быйыл һанды тағы ла 4 тапҡырға арттырыу бурысы тора. Вертолет тибындағы 10 комплексты Күмертау авиация етештереү предприятиеһында етештереү ҡаралған. Бынан тыш, осоу аппараттарының мөмкинлектәрен тикшереү, ҡулланыу буйынса инфраструктура тыуҙырыла. 6 йыл эсендә аэродром тибындағы майҙансыҡтарҙың иҫәбе 10-ға етергә тейеш. Радий Хәбиров ҡулланыу баҙарын формалаштырыу өҫтөндә лә эшләргә ҡушты.

Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаһын һәм уның кәрәк-яраҡтарын етештереү буйынса пилот төбәк исемлегенә ингән. Уға ярашлы, илдең 12 субъектында осоу аппараттары буйынса фәнни учреждениелар ойоштороу ҡаралған.

Оператив кәңәшмәлә ҡаралған тағы ла бер тема йәмәғәт биләмәләренә ҡағыла. Мәҫәлән, былтыр республикала «Уңайлы мөхит формалаштырыу» федераль программаһы буйынса 123 объект төҙөкләндерелгән, уларҙың 36-һы парктар. Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙы, ихаталарҙы ремонтлауға 9 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда был эш яйға һалынды, артабан да ошо темпты кәметергә ярамай, тине Радий Хәбиров.

Комплекслы эшмәкәрлек һәр тармаҡта ла үҙ һөҙөмтәһен бирә. Умартасылыҡ буйынса программа ҡабул ителгәндән һуң республикала был кәсеп менән шөғөлләнеүселәр ҙә, етештерелгән продукция күләме лә артҡан. 2030 йылға төбәктә алынған солоҡ балын 30 тоннаға еткереү планлаштырыла. Белгестәр әйтеүенсә, эш барышында проблемалар ҙа асыҡлана, уларҙы ла хәл итеү мотлаҡ.

Өфөлә был аҙна аҙағында 92 урынға иҫәпләнгән Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге лә ишектәрен аса. 17 ғинуарҙа медицина учреждениеһында кескәй пациенттарға тәүге операциялар үткәрелә башлай.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ