Мишкә ауылында зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған

Республикала район үҙәгендәге һәр йортҡа үҙәкләштерелгән газға тоташыу мөмкинлеге бар. Мишкә ауылында газ үткәреү программаһы ярҙамында халыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе ябылған. Программа сиктәрендә Башҡортостанда барлығы 38 мең шәхси йорт газға тоташтырылған. Был хаҡта республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы. Радий Хәбиров шулай уҡ был күрһәткес буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбендә булыуын билдәләне. Мишкә районы халҡының ҡыуанысын БЮТ ижади төркөмө уртаҡлашты.

Осиевтар ғаиләһе зәңгәр яғыулыҡты аш-һыу әҙерләүгә генә тотонған. Хәҙер хужабикәгә баллондағы газдың бөтөүе тураһында борсолорға түгел. Уларҙың йорто ниһайәт, үҙәкләштерелгән газға тоташтырылған. Хәҙер ғаилә тәбиғи энергия ресурсын торлаҡты йылытыу өсөн ҡуллана.

Яҡшыға тиҙ өйрәнәһең тигәндәре дөрөҫ икән. Зәңгәр яғыулыҡ менән уңайлы, таң менән тороп мейес яғаһы түгел. Һыуыҡта төндә лә торорға тура килгәйне. Күптән көткән газ беҙҙең урамға ла үткәрелеүенә шатбыҙ.

Инга Осиева, Мишкә ауылында йәшәүсе

Өй һыуынмаһын өсөн, элек таңғы биштә бер-ике утынды мейескә ырғытыу өсөн уянырға кәрәк булған. Йорттағы температура режимын ҡаҙанлыҡ үҙе көйләй. Бынан тыш, өйҙө йылытыу арзаныраҡҡа төшә, сөнки ғаиләгә бер нисә йөк машинаһы утын һатып алырға тура килгән.

ГАЗ 53 машинаһы менән яҡынса өс йөк утын һатып ала инек, бер йөк хаҡы 11 мең һум. Әлбиттә, кеҫәгә лә һуға. Бынан тыш, йортта ла таҙа, көл юҡ.

Альберт Осиев, Мишкә ауылында йәшәүсе

Юбилей урамына газ күптән үткән, бары тик Осиевтар йәшәгән 300 метр оҙонлоҡтағы арауыҡҡа барып етмәгән. Былтыр мәсьәлә ниһайәт хәл ителгән. Догазификация программаһы буйынса Мишкә ауылында барлығы 20 саҡрымдан ашыу газ үткәргес һалынған. Бөгөн һәр йорттоң энергия ресурсына тоташыу мөмкинлеге бар.

Газ үткәреү программаһы сиктәрендә Башҡортостанда 2027 йылға тиклем зәңгәр яғыулыҡты 181 тораҡ пунктҡа еткереү күҙаллана. Газ үткән ауылдарҙа шәхси йорттарға торбалар халыҡ өсөн бушлай тартыласаҡ. Республикала ошо программа менән 65 меңдән ашыу шәхси йорт хужалары файҙалана ала.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ