Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән

Өфөнөң Кузнецов Затонында йәшәүселәр Геологтар урамын тәртипкә килтереү өсөн республика программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Ошо маҡсатта халыҡ йыйылышы үтте. Улар тауыш биреү буйынса инициатив төркөм рәйесе һәм ағзаларын һайлап, тәҡдим ителәсәк проект менән танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ярҙам. Кузнецов Затонындағы Геологтар урамында йәшәүселәр хәленән килгәнсә төрлөсә сара күрергә тырыша. Бөгөн дә техникаһы булған күршеләр һуңғы көндәрҙә күпләп яуған ҡарҙы таҙартырға сыҡты.

Ваҡытым булғанда хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Үҙебеҙҙең урам. Нишләп үҙебеҙҙең эргә-тирәне тәртиптә тотмаҫҡа. Урамыбыҙ ҙа төҙөк була ҡалһа, эш тағы ла көйләнер ине.

Тимур Әхмәтов, Геологтар урамында йәшәүсе

Геологтар урамында йәшәүселәр бөгөн тап ошо мәсьәләне күтәреп сыҡты ла инде. Миҙгел әйләнәһенә күҙәтелгән юлһыҙлыҡ мәсьәләһен улар республика программаһы ярҙамында хәл итергә ниәтләй.

Ошо маҡсатта урында уҡ инициатив төркөм рәйесе һәм ағзалары тауыш биреү буйынса һайлап алынғас та, тәҡдим ителәсәк проект менән ентекләп таныштылар. Әйткәндәй, Өфөнөң Киров районы буйынса «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында йәмғеһе 15 эш ҡаралыр тип көтөлә.

Бындай проекттар юл төҙөүҙән тыш, ышанысты нығыта һәм граждандар менән дәүләттең берләшеүенә, урындағы инфраструктураны үҫтереүгә булышлыҡ итә. Геологтар урамында йәшәүселәрҙеңйыйылыш һуңында ҡоштарға тағараҡ та элде.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ