Ейәнсура районы Яңы Себенле ауылында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә

Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылы малсылыҡ комплексында һәр һыйыр тәүлегенә 30 литрҙан ашыу һөт бирә. Голштин-фриз тоҡомло һыйырҙарҙан юғары сифатлы һөт һауып алыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты

Малсылыҡ тармағында эшләүселәр «һыйырҙың һөтө телендә» тигәнде яҡшы аңлай. Шуға ла һөт етештереү комплексында һәр төркөм малдарға айырым рацион ҡаралған. Һыйыр һөтө сифатлы һәм дәүләт стандарттарына яуап бирһен өсөн малдар махсус рацион буйынса туҡландырыла. Әйтәйек һауын һыйырҙарына ғына 16 компоненттан торған мал аҙығы бирелә.

Комплекста дүрт тиҫтәнән ашыу кеше хеҙмәт итә. Һауын цехында эш тулыһынса автоматлаштырылған. Һауым көнөнә өс тапҡыр иртәнге алтыла, көндөҙгө икелә һәм киске унда ойошторола. 16 һауынсы һауылған һөттөң сифаты һәм таҙалығы өсөн тырыша.

Һәр һауымдан алынған һөт махсус торбалар буйлап һыуытҡысҡа килә. Улар һәр береһе айырым танкерҙарҙа йыйыла. Һөт торошо хаҡында мәғлүмәт электрон таблола сағыла.

Һөт етештереү йүнәлешендәге комплекста көнәнә һәр һыйырҙан уртаса 32 литр һөт һауыла. Һауылған һөт сифатына айырым талап. Ул юғары сифатлы булырға тейеш.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ