112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Ленинград блокадаһын үткән шәхестәр иҫкә алынды. Өс йыл дауамында тупланған экспозицияны асыу тантанаһында ветерандар, мәктәп уҡыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Ленинград блокадаһы илебеҙ тарихының фажиғәле биттәренең береһе булып тора. 872 көн дауам иткән ҡамауҙан ҡала тулыһынса 1944 йылдың 27 ғинуарында азат ителгән. Был осорҙа Ленинградта 2 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән, иҫән ҡалғандарға ауыр һынауҙар, аслыҡ аша үтергә тура килә.



