Яңы йыл тылсымсыһы менән хушлашыу. Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы үҙ эшен тамамланы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул Ленин майҙанына ойошторолғайны, уҙған йыл менән сағыштырғанда, майҙаны дүрт тапҡырға ҙурыраҡ булды. 24 декабрҙән алып биләмәлә көн дә мәҙәни-күңел асыу программаһы ҡуйылды, төрлө уйындар уҙғарылды. Һәр кем яңы йыл персонаждары менән иҫтәлеккә фотоға төшә алды. Резиденция аша 150 меңгә яҡын кеше үтеүе билдәле, Башҡортостанда йәшәүселәрҙән тыш, Рәсәй төбәктәре, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар булған. Ойоштороусылар локацияның уңышлы һайлап алыныуын билдәләй.






