Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай

Республикала пилотһыҙ авиация тармағы өсөн кадрҙар әҙерләнә. Быйылдан республиканың 20 мәктәбендә һәм урта уҡыу йорттарының береһендә махсус программалар асыла. Республика Хөкүмәте вице-премьеры,  сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләй.

Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай

Башҡортостан предприятиелары үткән йылда меңдән ашыу пилотһыҙ аппарат йыйған. Быйыл уны  4 тапҡырға арттырыу бурысы тора. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктә пилотһыҙ авиация баҙарын формалаштырыу өҫтөндә эшләү мөһимлеген билдәләне.

Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай

 Башҡортостан пилотһыҙ авиация системаһын һәм уның кәрәк-яраҡтарын етештереү буйынса һынау проектында ҡатнаша. Уға ярашлы, илдең 12 төбәгендә осоу аппараттары буйынса фәнни учреждениелар ойоштороу ҡаралған.

Фото №1 - Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттарҙың төбәк операторы эшләй башлай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ