Хәҙер уларҙың һаны 87 меңгә еткән. Башҡортостан хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Былтыр республика көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса яҡшы һөҙөмтәгә иреште. “Йәшел премия” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан иң уңышлы эшләгән 10 төбәк исемлегенә инде. “Беҙҙең маҡсат сүп-сар реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса лидер булыу. Федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү өсөн дәүләт программаларында ҡатнашыу мөһим. Инфраструктураны камиллаштырыу, көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу һәм эшкәртеүҙе яҡшыртыу буйынса эште дауам итергә кәрәк”, - тип белдерҙе Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Республикала күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күҙәтеү системаһы булдырылған. Көнкүреш ҡалдыҡтары 37 мең урында туплана. Сүп-сар эшкәртеү тармағына етди инвесторҙар йәлеп ителә.







