Ирекмәндәр йорт хайуандарын урынлаштырырға ярҙам итеүсе сайт булдырған

Электрон майҙансыҡта иғлан бирергә мөмкин, әммә уның үҙенсәлеге бар. Сайтты булдырыусылар хайуандар намыҫһыҙ хужаларға эләкмәһен өсөн барлыҡ мәғлүмәтте ентекле тикшереү яҡлы. Улар тәүге ваҡытта күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Хайуандарҙы яҡлаусылар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Ҡарауһыҙ эт йә бесәй табыусылар DOMHVOSTU.RU порталында иғлан ҡалдыра. Ә йорт хайуанын эҙләүселәр ошо сайт аша үҙенә ҡойроҡло дуҫ таба ала. Порталды булдырыусылар был майҙансыҡ йорт хайуандарына ярҙам итергә теләгән, битараф булмаған кешеләрҙе берләштерергә ярҙам итер тип өмөтләнә.

Сайттың төп маҡсаты - дөйөм бер майҙансыҡта хайуандарға хужа табыу, уларҙы дауалау өсөн белгестәр, ветеринарҙар эҙләү, ирекмәндәрҙе һәм төрлө приюттарҙы берләштереү. Хайуандарҙы урынлаштырғас та, уның яҙмышын күҙәтеп барырға теләйбеҙ.

Дмитрий Стрельников, «Пин һәм пуф» ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе

Проект авторы Дмитрий Стрельников - Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең йәмәғәт инспекторы, ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәге етәксеһе. Ул эшмәкәрлеген йортһоҙ эт-бесәйҙәрҙән башлаған. Шул саҡта «Домхвосту» проектын булдырыу идеяһы барлыҡҡа килгән. Хәҙер иһә приют ҡарамағында бүреләр, төлкөләр, йыртҡыс ҡоштар ҙа бар.

Ситлеккә эләккән бөркөттәрҙең дә яҙмышы еңелдән түгел. Берәүһен браконьерҙар яралаған, икенсеһе төҙөлөш битумында саҡ батып үлмәгән. Ҡоштарҙы ҡотҡарғандар, әммә уларҙы иреккә сығарырға ярамай - һәләк буласаҡтар.

Йыртҡыс ҡоштар республика биләмәһе өсөн тәбиғи күренеш. Ә бына януттың ҡайҙан килеп сығыуы әлегә тиклем билдәһеҙ. Уны баҡса ширҡәттәренең береһендә йәшәүселәр тапҡан.

Ҡайһы бер хайуандар реабилитациянан һуң иреккә ебәрелә, башҡалары иһә, ҡыҙғанысҡа, кеше ярҙамынан башҡа йәшәй алмай. Әлбиттә, йыртҡыстарҙы ябай кешеләр тәрбиәгә алмаясаҡ, ә бына эт- бесәйҙәр яңы хужа таба ала. Домхвосту.ру сайты был изге эштә ярҙам булыр тип өмөтләнә Дмитрий.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ