Бизнес проектын уйлап тап һәм дәүләт ярҙамын ал. Баш ҡалала юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн «Иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү» тип аталған форсайт сессия үтте. Унда йәштәр бизнес проекттар уйлап тапты, уны тормошҡа ашырыу юлдарын барланы. Өфө дәүләт нефть техник һәм Өфө фән һәм технологиялар университеттары студенттарына ярҙамға эшҡыуарҙар, төрлө ведомство белгестәре ярҙам итте. Быға тиклем ошондай сара эшҡыуарҙар өсөн ойошторолғайны.






