Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы Илнара Сафина «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. «Кеше яҙмышы - Ватан ғорурлығы» номинацияһы наградаһын күп балалы әсәгә Владимир Путин тапшырҙы.
Илнара Сафина конкурста ҡатнашыуға ғариза ебәргән 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы тип танылды. Ауыл биләмәһе башлығы итеп Илнара Урал ҡыҙы 2022 йылда, был вазифаны биләгән ире Рөстәм Сафин махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткәндән һуң һайлана. Яҡташыбыҙ дәүләт башлығына һәм «Хеҙмәт итеү» премияһын ойоштороусыларға үҙенең хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.






