Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Унда, тәү сиратта, төп объекттарҙың - көрәш, фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре төҙөлөшө тикшерелде. Быйыл спорт объекттары «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә ярыштарҙы ҡабул итә.

Төбәк етәксеһе подъезд юлдарын төҙөү һәм төҙөкләндереү мәсьәләләрен ентекле тикшерергә ҡушты. Көҙгә тиклем баш ҡаланың «Көньяҡ ҡапҡаһы» проектын тапшырыу күҙаллана. Комплекслы яңыртыуҙы ҡала үҙәгендәге урамдар көтә. Биналарҙың фасадтары, тротуарҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртыла. Радий Хәбиров Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн юбилей сараларының аныҡ календарын әҙерләргә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ