Рәсәй буйынса иң юғары күрһәткес. Башҡортостан башлығы гранттары фонды коммерция булмаған ойошмалар өсөн төбәк конкурстары уҙғарыуға 90 миллион һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп итте. Был турала Президент гранттары фондының координация комитеты ултырышында билдәләнде.
Дөйөм алғанда, 2021 йылдан алып республикаға бөтәһе 365 миллион һумлыҡ федераль ярҙам йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, быйыл төбәк фонды тарафынан коммерция булмаған ойошмаларға алты конкурс уҙғарыу планлаштырылған. Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү, дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, йәштәр сәйәсәте, кинематография һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендәге проекттар бәйге нигеҙендә ҡаралып, иң яҡшылары билдәләнә. Федераль аҡсаны иҫәпкә алғанда, дөйөм ярҙам күләме 370 миллион һумға еткән.
2024 йылдағы беренсе президент гранттары фонды конкурсы һөҙөмтәләре лә билдәләнде. Республиканан 46 проектты тормошҡа ашырыуға 65 миллион һумдан ашыу финанс ярҙам буласаҡ. Гранттар иҫәбе һәм йәлеп ителгән сумма буйынса Башҡортостан - алдынғы биш төбәк иҫәбендә. Әйтәйек, «Мәрхәмәт» Хәйриә мәғариф фондының балалар үҫеше үҙәге «Иртә ярҙам» проекты менән 5 миллион һумлыҡ грант отҡан. Был хеҙмәт өсөнсө йыл уңышлы эш алып бара. Ошо ваҡыт эсендә мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән йөҙҙән ашыу ғаиләгә ярҙам күрһәтелгән. Өҫтәмә финанс алыу - проектта ҡатнашыусылар һанын бермә-бер арттырасаҡ.



