Өфөлә педагогик оҫталыҡ бәйгеһе башланды

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында үткәрелгән конкурста баш ҡаланың төрлө мәктәптәренән 69 уҡытыусы ҡатнаша. Ҡала конкурсы 1977 йылдан бирле даими рәүештә ойошторола һәм уҡытыусы һөнәре абруйын үҫтереүҙе һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уның барышында уҡытыусылар бер нисә этапта көс һынашасаҡ. Улар алдында дәрес, балалар менән тәрбиәүи әңгәмә үткәреү бурысы тора. Финалға үтеүселәр иһә төрлө өлкә белгестәре, ғалимдар һәм балалар һорауҙарына яуап бирәсәк. Иң яҡшылары Башҡортостан данын ил кимәлендә яҡлар, тип көтөлә.

Конкурста башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары айырым номинацияға сығарылған. Быйыл уның сиктәрендә 10 белгес көс һынаша. Конкурсанттар оҫталығы дәүләт стандарына ярашлы баһалана, дәрестәрҙе ижади үткәреү һәм заманса технологиялар файҙаланыу уңышлы һанала. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы республика юғары уҡыу йорттары ғалимдары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, конкурсының элекке йыл еңеүселәре баһалай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ