Марсель Сәлимов 75 йәшлек ғүмер байрамын 51 китап авторы булараҡ ҡаршылай. Башҡорт юморы һәм сатира оҫтаһының әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителгән. Дюк де Ришелье исемендәге халыҡ-ара конкурста Гран-при яулау сатирик Марсель Шәйнур улын бөтә донъяға таныта.
Марсель Сәлимов 8 йәшенән сатира һәм юмор жанрына тоғро хеҙмәт итә. Хәмер ҡулланыусыларҙан әсе көлгән тәүге шиғыры ташҡа баҫылғандан һуң, ижади ҡомары асыла. 12 йәшенән матбуғат биттәрендә әүҙем яҙыша башлай. 15 йәшендә иһә «Һәнәк» тә тәүге фельетоны донъя күрә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһын ижадташ дуҫтары Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙағы осрашыуҙа тәбрикләне.
Кисәлә юбилярҙың шәхси әйберҙәре, төрлө матбуғат сараларында донъя күргән китаптары менән танышырға мөмкин ине. Кинәйә менән шаяртыусы Марсель Шәйнур улының һәр һүҙе сәпкә тейә, төрлө тормош хәлдәрендә ғәйеплеләрҙе фашлай. Уға хатта, әҙәби образда үҙен танып һөжүм итеүселәр ҙә булған. Әммә юмор оҫтаһы был сетерекле хәлдән дә шаярып ҡотолған. Уның тапҡыр һүҙгә ҡоролған әҫәрҙәре күп кенә йәштәргә сатира һәм юмор жанрын һайлауға сәбәпсе булған.



