Ул “Хеҙмәт итәм“ Бөтә Рәсәй конкурсы премияһына лайыҡ булды. Ильнара Сафина “Кеше яҙмышы- Ватан ғорурлығы” номинацияһында еңеүсе булды. Награданы “Кесе Ватан- Рәсәй көсө” форумы барышында Рәсәй президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ильнара Сафина 2022 йылда ире үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юлланғас, ул биләгән вазифаны алды, Миәшәгәр ауыл хакимиәтен етәкләне.
“Кесе Ватан - Рәсәй көсө” форумында илдең 89 төбәгенән 8 меңгә яҡын муниципалитет башлығы ҡатнашты. Эре һәм бәләкәй ауыл-ҡалалар вәкилдәре араһында Шаран хакимиәте башлығы Марат Әхмәҙуллин етәкселегендә район делегацияһы булды. Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән Ғибатова тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
- Конкуренция ҙур булды. Конкурсҡа 19 мең ғариза килде. Яҡташыбыҙ Ильнара Сафина менән ғорурланам, еңеүе менән ҡотлайым, -тип яҙа Радий Хәбиров.







