Беренсе бала өсөн уның суммаһы 630 мең һум була. Икенсе бала тыуғас тағы 202 мең һум өҫтәлә. Ил президенты ҡушыуы буйынса 2022 йылдан алып Әсәлек капиталы инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Ғаиләләрҙең күбеһе сертификатты торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотона.







