Ейәнсура районының Ишемғол ауылында йәшәүселәр дәүләт программаһында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша

Ейәнсура районының Ишемғол ауылында йәшәүселәр урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Быға тиклем халыҡ тәҡдиме менән ауыл мәҙәниәт йортоноң түбәһе яңыртылған, тамаша залында ултырғыстар алмаштырылған, балалар спорт һәм уйын майҙансыҡтарына йыһаздар алынған. Быйыл иһә 583 кеше йәшәгән Ишемғол ауылында зыярат кәртәһе яңыртыласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ