Һепертмә буран, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе иғтибарлы һәм уяу булырға саҡыра. Насар һауа шарттарына бәйле, төрлө райондарҙа юлдар ябылды.
М-5 Урал трассаһында Бүздәк ауылынан 1456-сы километрҙа Өфөгә транспорт үткәүеленә тиклем автобус, маршрут таксиҙары һәм йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде. Шулай уҡ Р-240 трассаһында Стәрлетамаҡтан Мәләүезгә тиклем сикләүҙәр индерелгән. Ә инде М-7 Волга федераль трассаһының Татарстан сигенән Кушнаренкоға тиклемге арауығы барлыҡ транспорт төрҙәре өсөн дә ябылған. Ошондай уҡ сикләү Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлында ла ғәмәлгә ингән. Сәбәбе шул уҡ - һепертмә буран, көслө ел һәм күреү мөмкинлеге сикләнеүгә бәйле.
Әйткәндәй, бөгөн Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыуға 400 берәмек техника һәм меңгә яҡын кеше йәлеп ителде. Юлдарға көрт һалыуға бәйле һорауҙар тыуған осраҡта баш ҡала халҡы торлаҡ хужалығы идаралығының үҙәк диспетчерлығына мөрәжәғәт итә ала. Бәйләнеш өсөн телефон: 235-48-00, 235-95-35. Өфөнөң коды - 3 47. Алдағы төндә һауа температураһы 8-13, көньяҡ-көнсығышта 23, көндөҙ 5, көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә 15 градус һыуыҡ күрһәтә.






