Эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Баш ҡаланың Сәғит Агиш урамында төҙөлгән яңы ҡар иретеү пункты ике ай эсендә 40 мең кубометр ҡар эшкәрткән. Совет, Киров, Октябрь райондары урам-ихаталарын ваҡытында ҡарҙан бушатырға ярҙам иткән ҡулайлама мөмкинлектәре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
Өфө урамдарынан килтерелгән ҡар менән сүмесле тейәгес эш итә. Яңы барлыҡҡа килгән өйөмдәрҙе ваҡытында юҡ итергә кәрәк. Ҡарҙы иретеү камераларына ташыу бурысы ҡуйылған. Ҡулайлама автоном режимда эшләй.
Өфөнөң Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү пункты былтыр ноябрҙә эшләй башланы. Бында баш ҡаланың дүрт районынан ҡар килтерелә. Биләмә алты мең кубометр ҡар һыйҙыра ала. Ҡулайламаның эшкәртеү ҡеүәте тәүлегенә 1200 кубометр.
Иҡтисади яҡтан отошло технология - электр энергияһы талап ителмәй. Ҡар торбаларҙан аҡҡан тотонолған һыу ярҙамында иретелә, фильтрҙар ярҙамында сүп-сарҙан таҙартыла. Белгестәр башланғыстың экологик яҡтан зыяны юҡ тип билдәләй.
Ирек Ниғмәтов, Өфөнөң Совет районы төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһының «ҡар иретеү пункты» участка етәксеһе
Ҡала коллекторынан килгән канализация һыуы торбалар буйлап канализация насос станцияһына килә һәм баҫым менән ҡар иретеү ҡулайламаһына ебәрелә. Экологик яҡтан уңышлы проект тип иҫәпләйем, сөнки ҡар һыуҙары артабан таҙартыу ҡоролмаларына китә.
Объект сафҡа индерелеү менән баш ҡала үҙәгенән ҡарҙы ташыу ваҡыты күпкә кәмегән, ҡар иретеү пунктынан коммуналь хужалыҡ техникаһы - йөк машиналары өҙөлмәй. Һәр ҡайһыһы ун бишәр-егермешәр кубометр ҡар килтереүен иҫәпкә алғанда, эш күләме ҙур булыуын төҫмөрләргә мөмкин. Быға тиклем водителдәргә ҡала ситендәге полигонға йөрөргә тура килгән.
Сәғит Агиш урамында сафҡа индерелгән ҡар иретеү заводы - баш ҡалала иҫәп буйынса икенсе. Яңы завод Өфөнөң көньяҡ өлөшөн ҡарҙан бушатырға ярҙам итә.
Гөлназ Хәйбуллина






