Республикала мәктәп уҡыусыларының 78,5 проценты, йәғни 408 меңдән ашыу бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Әлеге күрһәткес уҙған йылға ҡарағанда, 42 мең уҡыусыға күберәк. Был турала «Туған телдәр сәғәте»ндә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.
Бөгөн республикала һигеҙ полилингваль күп профилле белем усағы уңышлы эшләй. Быйыл Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай тағы ике мәктәп асыу планлаштырыла. Ә 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә рәүештә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан башҡорт теленән диктант уңышлы проекттарҙың береһе булды. Әгәр башланғыс этапта 70 мең кеше диктант яҙһа, былтыр ҡатнашыусылар һаны бөтә донъя буйынса 340 меңдән ашып киткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың 450 йыллығына Өфө урамдарын төҙөкләндереү сиктәрендә башҡорт телендә адреслы таҡталар биҙәү кәрәклегенә иғтибар итте. Кәңәшмә аҙағында төбәк етәксеһе республикала Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы башланғыстар тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.



