Илнара Сафина Салауат районы Миәшәгәр ауыл биләмәһе башлығы 2022 йылда, был вазифаны биләгән ире Рөстәм Сафин махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткәндән һуң һайланған. Абруйлы конкурста яҡташыбыҙ «Кеше яҙмышы - Ватан ғорурлығы» номинацияһында еңеп сыҡҡан.
Радий Хәбиров белдереүенсә, 19 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан конкурста конкуренция юғары булған. «Яҡташыбыҙ менән ғорурланам һәм уны еңеү менән ҡотлайым! Илнара Сафинаға һәм беҙҙең муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур командаһына көндәлек хеҙмәте менән Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыраҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм.» тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.



