Тимер юлында рейд. Бөгөн Ауырғазы районында белгестәр автоһәүәҫкәрҙәр менән осрашып, аңлатыу эштәре алып барҙы. Сара йыл башында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡҡа бәйле ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Тимер юлы хеҙмәткәрҙәре сираттағы рейдҡа сыҡты. Был юлы сара Ауырғазы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылы эргәһендәге станцияла үтте. Белгестәр һәр водителгә юлды аша сығыу ҡағиҙәләре менән бергә, иҫкәртмәләр таратты.
Сара тап ошо маҡсатта тормошҡа ашырылды ла инде. Аҙна-ун көн элек теркәлгән бәхетһеҙ осраҡты миҫалға килтереү ҙә етә. Автоһәүәҫкәрҙең поезд килеүен абайламай тимер юл аша сыҡҡанда һүнеп ултыра. Бәхеткә, водитель менән бергә, ике пассажир машина эсенән сығып өлгөрә.
Шунлыҡтан, белгестәр водителдәрҙе тимер юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға саҡыра.
Азат Ғәлиуллин






