Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте

Беҙҙең заман геройҙары. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә «Луна» ҡушаматлы яугир менән брифинг үтте. «Луна» Ҡариҙел районы ҡыҙы, алғы һыҙыҡта ике йылға яҡын. Район үҙәк дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы станцияһында эшләгән медицина хеҙмәткәре махсус хәрби операцияға тәүҙә Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы бригадаһы составында бара. Ә үткән йылдың яҙынан контракт буйынса «Башҡортостан» батальонының медицина ротаһында хеҙмәт итә. Йәш, нәзәкәтле ҡыҙға госпиталдә эшләргә лә, алғы һыҙыҡтан яралы яугирҙарҙы алып сығырға ла, тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә. Башҡортостан менән бәйләнеш көслө, даими хәстәрлек тоябыҙ, ти «Луна ҡушаматлы яугир ҡыҙ.

Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Шуға күрә бер минутты ла әрәм итмәй ҡанды туҡтатырға, йәрәхәттәрен бәйләргә ашығабыҙ. Бер шулай алғы һыҙыҡта 10-лаған яралы яугирға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ, бер итегем батҡаҡҡа батып ҡайҙалыр сиселеп ҡалған. хатта шуны ла һиҙмәгәнмен.

«Луна» ҡушаматлы яугир
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ