Өфөлә рус теле буйынса Рәсәй олимпиадаһына һайлап алыу этабы башланды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында рус теле буйынса Рәсәй олимпиадаһына һайлап алыу этабы башланды. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән мәктәп уҡыусыларының рус теле буйынса белеме ике көнгә иҫәпләнгән һынауҙарҙа тикшереләсәк.

Олимпиадала муниципаль һынауҙарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, урындағы олимпиадаларҙа еңеү яулаған 210 уҡыусы ҡатнаша. Иң юғары балл туплаған малай-ҡыҙҙар республика этабынан һуң Рәсәй олимпиадаһында көс һынашасаҡ. Олимпиадала призлы урындар яулаған балаларға ВУЗ-ға уҡырға ингәндә балдар өҫтәлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ