Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды

Республика етәксеһе төҙөкләндерелгән объекттарҙы иғтибарға алып, яңыртыу талап ителгән биналарҙы билдәләне. Республика башлығы модернизацияланған һыу үткәргесе, төҙөкләндерелгән ял паркы, уҙған йылда асылған полилингваль мәктәп, йөҙөү комплексы торошо менән танышты. Эш сәфәре барышында 2025 йылда Исмәғил Тәсимов исемендәге тау байыҡтырыу колледжында капиталь ремонт үткәреү бурысы ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Былтыр августа асылған Аҡъяр полилингваль мәктәбендә тормош ҡайнай. Малай-ҡыҙҙар лингафон кабинеттарында бер нисә тел өйрәнеп белем эстәй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы мәктәп эшмәкәрлеге менән танышып, балалар менән аралашты, төҙөүселәргә рәхмәтен еткерҙе.

550 уҡыусыға иҫәпләнгән уҡыу йорто заманса талаптар буйынса төҙөлгән. Балаларға сифатлы белем биреү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырылған.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылында төҙөкләндерелгән һыу үткәргес майҙанында булды. 1990 йылда төҙөлгән һыу селтәре иҫке булыу сәбәпле, урындағы халыҡтың бер өлөшөнә йәйге көндәрҙә һыуһыҙ ыҙаланырға тура килгән. Республика етәксеһе 2020 йылда Хәйбулла районына эш сәфәре сиктәрендә һыу үткәргесен яңыртыу бурысын ине. 86 млн һумлыҡ төҙөкләндереү эштәре башҡарылғандан һуң, һыу үткәргес ҡеүәте ике тапҡыр артҡан, граждандар тейешле кимәлдә таҙа һыу менән тәьмин ителә башлаған.

Радий Хәбиров Исмәғил Тәсимов исемендәге тау байыҡтырыу колледжы эшмәкәрлеген иғтибарға алды. Уҡыу йортонда 600 студент белем ала. Колледжда геология, тау байыҡтырыу тармағында эшләүсе белгестәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары хеҙмәткәрҙәре уҡый. Республика етәксеһе ҡарары буйынса 2025 йылда колледжда капиталь ремонт үткәреләсәк.

Блытыр июлдә асылған «Таналыҡ» йөҙөү комплексы өлкәндәрҙең дә, балаларҙың яратҡан ял урынына әйләнгән. 835 квадрат метр тәшкил иткән майҙанда йөҙөү залынан тыш сауна, душ бүләмәләре ҡаралған. Комплекста мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа сәләмәтлеген нығыта ала. Инструкторҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән ял паркында ла булды. «Торлаҡ һәм ҡала» мөхите милли проекты сиктәрендә биләмәлә тротуар яңыртылған, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған. Быйыл реконструкция дауам итәсәк. Урындағы халыҡтың яратҡан ял паркында видеокүҙәтеү системаһын урынлаштырыу, байрамдар ойоштороу өсөн сәхнә, архитектур формалар төҙөү көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ