«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының хәрби часы яугирҙары тыуған яҡта ял иткәндән һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» спорт комплексы алдындағы майҙанда үтте. Юлға сығыр алдынан хәрбиҙәрҙең береһе яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Башҡортостан башлығы Указына ярашлы Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яугирҙар өйҙәренә ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң, ике аҙналыҡ ялға ҡайтҡан булған. Улар әйтеүенсә, тыуған ер һауаһын һулап, яҡындары менән аралашыу еңеүгә көс-дәрт өҫтәгән.






