Башҡортостанда Рәсәй Президентын һәм республика башлығын һайлау барышында 7 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләйәсәк. Ошо уңайҙан Башҡортостандың һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабында ултырыш үтте.
Унда йәмәғәт штабы һайлауҙың асыҡ һәм ғәҙел үтеүен тәьмин итеү маҡсатында коммерциялы булмаған ойошмалар менән килешеү төҙөнө. 20-нән ашыу гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәре 2023 йылда уҡ уҡыуҙар үтә башлаған, тесты уңышлы үткән күҙәтеүселәр ил президентын һайлауҙа күҙәтеүселәр кандидаттарының федераль реестрына индерелә. Һайлау ваҡытында һәр участкала 3 күҙәтеүсе эшләйәсәк.



