Быйыл тәүгә 18 ғинуарҙа Башҡортостанда хеҙмәт ветераны көнө билдәләнә

Хеҙмәт ветерандарының үҙ байрамы бар. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары ошо турала тейешле закон ҡабул итте. Быйыл тәүгә 18 ғинуарҙа Башҡортостанда хеҙмәт ветераны көнө билдәләнә.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта республикала хеҙмәт ветерандары һаны 446 меңдән ашыу. Улар бөтәһе лә социаль льготалар менән файҙалана. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хеҙмәт ветерандарын тәбрикләп, стенд төҙөгән, архивтарҙа эҙләнгән хеҙмәт ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был стенд фиҙәҡәр хеҙмәте менән республика үҫешенә булышлыҡ иткән кешеләргә хөрмәт билдәһе лә булып тора.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ