Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 170 тонна аҙыҡ әҙерләнгән

Кешеләрҙең хәстәрлеге мышы, ҡабан, ҡоралай, ҡуян һәм башҡа кейектәрҙең һанын һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, зоология заказниктары һәм тәбиғәт парктарында 200-гә яҡын махсус урын булдырылған. Һалҡында һәм тәрән ҡар ятҡанда хайуандарға аҙыҡ табыу ауыр. Беҙ уларҙы хәстәрләргә бурыслы, ти ведомство етәксеһе. Республика урмандарында һәм фермер хужалыҡтарында болан-маралдар йәшәй. Белоруссиянан килтерелгән зубрҙар ҙа Башҡортостан тәбиғәтен үҙ итте.

Фото №1 - Республикала ҡырағай хайуандар өсөн 170 тонна аҙыҡ әҙерләнгән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ