Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары бер йылда сит илдәргә 471 мең тонна иген оҙатҡан. Был 2022 йылдағынан ике тапҡырға күберәк. Ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Башҡортостан игенен ғәҙәттә Әзербайжан, Бельгия, Беларусь, Германия, Грузия, Дания, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан ала. Экспортҡа башлыса бойҙай һәм арпа сығарылған.




