Башҡортостанда быйыл йәшәү минимумы яҡынса 9 процентҡа артты

Республика Хөкүмәте бойороғо донъя күрҙе. Уға ярашлы ярашлы, 1 ғинуарҙан йәшәү минимумы 13 мең 753 һум була. Бындай күрһәткес социаль түләүҙәрҙе иҫәпләү өсөн кәрәк. Йәшәү минимумы артыу менән балалы мохтаж ғаиләләргә лә пособие күберәк була. Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы ла артты. Беҙҙең республикала урал һәм төбәк коэффициенттарын иҫәпкә алғанда, 23 мең 389 һумға етә. Бюджетҡа ҡарамаған тармаҡтарҙа эш хаҡы ошо сумманан кәм булмаҫҡа тейеш.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл йәшәү минимумы яҡынса 9 процентҡа артты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ