«Амкодор - Ағиҙел» заводына миллиард ярым һум аҡса ҡайтарыла

«Амкодор - Ағиҙел» заводы өсөн «Өфө» индустриаль паркында инфраструктура төҙөүгә тотонолған миллиард ярым һум аҡса ҡайтарыла. Күрһәтмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Төбәк бюджетына резиденттар түләгән һалымдарҙан йүнәлтелгән был сумманы потенциаль резиденттар өсөн өҫтәмә инфраструктура булдырыуға йүнәлтә аласаҡбыҙ, тип яҙған социаль селтәрҙә Башҡортосан башлығы. Был беҙҙең преференциаль биләмәне һәм дөйөм алғанда республиканы инвесторҙар өсөн тағы ла мауыҡтырғыс итәсәк. Хәҙер «Өфө» 98 процентҡа тулған. Индустриаль парк резиденттары статусына 19 компания эйә, тағы ла етеһе инфраструктураны файҙаланыусылар. Өҫтөнлөклө зона менән Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы идара итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ