Башҡортостан ҡаҙнаһы 1,5 миллиард һумға тулылана

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Өфө” индустриаль паркында инфраструктура булдырған өсөн сығымдар кире ҡайтарыла. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин шундай ҡарарға ҡул ҡуйҙы. “Аҡса индустриаль паркты артабан яҡшыртыу өсөн тотонола”, - тип билдәләй Радий Хәбиров. Биләмәлә «Амкодор-Ағиҙел» заводы эшләй. Ул былтыр Беларусь менән берлектә төҙөлдө. Бөгөнгә “Өфө” индустриаль паркы 98 процентҡа тулған. Бында 19 компания теркәлгән.

Фото №1 - Башҡортостан ҡаҙнаһы 1,5 миллиард һумға тулылана
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ