Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, төбәктә үткәрелгән рейд һәм профилактик саралар һөҙөмтә бирә. Былтыр 8 мең кубометр ағас рөхсәтһеҙ әҙерләнгән. Тәбиғәткә 152 миллион һум зыян килтерелгән. Бөгөн республика урмандарының 92 проценты йыһандан күҙәтелә. Бындай алым “ҡара урмансылар” менән көрәшергә яҡшы мөмкинлек бирә.







