Хөкүмәт шундай ҡарар ҡабул иткән. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән өсөн штраф һәм пеня Үҙәк банктың төп ставкаһына ҡарап иҫәпләнә. Быйыл ул 16 процентҡа тиклем күтәрелде. Халыҡ бурысы күп йыйылмаһын өсөн былтыр февралдәге күрһәткесте алырға ҡарар ителгән. Ул 9,5 процент булды. Быйыл коммуналь хеҙмәттәр өсөн тариф июлдә күтәрелә. Беҙҙең республикала ул 14 проценттан күберәккә артмай.







