Өфөлә бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында үлемесле авария теркәлгән

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим шоссеһында «ВАЗ» автомобиленең 16 йәшлек водителе ҡар таҙартыусы махсус техникаға бәрелә. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһында ултырған 16 йәшлек ҡыҙҙың ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә, водитель ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. 48 йәшлек юл хеҙмәткәре зыян күрмәгән. Тикшереү барышында йәш кешенең водитель таныҡлығы булмауы һәм уның теркәлмәгән транспортҡа идара итеүе асыҡланған. Осраҡ буйынса бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ