Башҡортостанда Сәнәғәт умартасыларының беренсе халыҡ-ара съезы башланды

Сарала ғалимдар, профилле умартасылар, экологтар ҡатнашты. Шулай уҡ сәнәғәт ҡорамалдары күргәҙмәһе ойошторолдо. Бал ҡорттарын тотоу һәм дауалау практикаһына айырым иғтибар бүленде. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова дауам итә.

Умартасылар тоҡомо вәкиле Мортаза Солтанғолов түмәр умартаны күргәҙмәгә Федоровка районынан килтергән. Оҫта уны боронғо ысул менән, халыҡ телендә «әтәлге» йә «балау» тип аталған инструмент ярҙамында өйәңкене соҡоп эшләгән. Бер түмәрҙән миҙгеленә яҡынса 30 килограмм бал сыға.

Атай-олатайҙарынан ҡалған кәсеп умартасы өсөн күңел талабы. Ә файҙалы аҙыҡты нисек сәнәғәт кимәлендә етештерергә? Башҡортостанда 30-ҙан ашыу сәнәғәт умартасылары бар, уларҙың хужалығында 300 күстән артыҡ умарта иҫәпләнә.Съезда балды етештереү күләмен арттырыу, уны һатыуҙы яйға һалыу, тропилелапсоз ауырыуын еңеү ысулдары һәм тармаҡ белгестәрен борсоған башҡа һорауҙар ҡаралды.

Әгәр умартасы эшен башлап ҡына тора икән, продуктты һатыу менән проблема тыуыуы ихтимал. Бөгөн республикала файҙалы аҙыҡты экспортҡа сығарыу юлдары барлана, уларҙың береһе - кооперация, унда беҙ тулайым балды етерлек күләмдә сит илгә экспортлай алабыҙ.

Александр Кудашев, Рәсәй сәнәғәт умартасылары союзының төбәк бүлеге рәйесе

Балды сәнәғәткә карпат, карника, бакфаст тоҡомло ҡорттар етештерә. Уларҙы Башҡортостанға индергән хәлдә, айырым биләмәләргә урынлаштырыу күҙаллана. Шулай уҡ съезда башҡорт тоҡомло ҡорттарҙың да сәнәғәт өсөн бал йыйыу тәжрибәһе мөмкинлеге тикшерелде.

Лилиә Мәҡсүтова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ