Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн форсайт сессия асылды

Сара Башҡортостандың эшҡыуарлыҡты үҫтереү фонды һәм Эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса агентлыҡ тарафынан ойошторолған.

Форсайт сессияла республиканың төрлө төбәктәренән эшҡыуарҙар ҡатнаша, улар үҙ проекты менән сығыш яһай, яңы бизнес идеяһы тәҡдим итә. Иң уңышлы тип табылған проекттар тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар был эшҡыуарҙарға юридик яҡтан, дәүләт ярҙамы алыу, төрлө программаларҙа ҡатнашыу буйынса булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Дыуан районынан эшҡыуар Ахат Хужин йәмәғәт туҡланыуы һәм урмансылыҡ өлкәһендә бизнес алып бара. Ул тиҫтәләгән йылдар дауамында бүленмәй һәм ҡуртымға бирелмәй ятҡан урман участкаларын теркәү һәм файҙаланыу тәҡдимен индерә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ